Атам теле, әсәм теле-минең телем
Декабрь 13, 2023
Просмотров: 296
"Атам теле, әсәм теле-минең телем"
1декабрҙан 14 декабрға тиклем "З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназия"һы сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө үтте. Был көндәр тыуған телебеҙгә арналған төрлө әҙәби, мәҙәни сараларға бай булды.Ун көнлөктөң тәүге сараһы булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп олимпиадаһы уҙҙы.Еңеүсе уҡыусылар район, ҡала этабында көс һынашты. Муниципаль ҡала этабында11а класы уҡыусыһы Бүләкова Айсилә еңеү яулаһа, 7б класс уҡыусыһы Дилмөхәмәтова Динара призёр исеменә лайыҡ булды. Һәр класта халҡыбыҙҙың бөйөк улдарына арналған класс сәғәттәре уҙғарылды, фильмдар ҡаралды. Республика кимәлендә үткән "Мин башҡортса һөйләшәм" интернет-флешбомта 140-тар ҙа ситтә ҡалманы.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфирә Әнүәр ҡыҙы Искәндәрова 8-се, 9-сы б класы уҡыусылары һәм уҡытыусылар араһында бөйөк мәғрифәтсе-шағир М.Аҡмулла ижады нигеҙендә "Түңәрәк өҫтәл" ойошторҙо. Уҡыусылар бөгөнгө көнгә, ғөмүмән, тормошҡа ҡарата үҙ фекерҙәре менән бүлеште. Ә инде уҡытыусылар Гөлфиә Таһир ҡыҙы, Альбина Закир ҡыҙы, Гүзәл Иҙел ҡыҙы, Диана Вәкил ҡыҙы ихлас уҡыусылар менән әңгәмә ҡорҙо. Был һөйләшеү уҡыусылар өсөн бик әһәмиәтле булды.
7б класы араһында уҙғарылған "Шаяндар һәм тапҡырҙар" уйыны ла бик матур үтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Рафиҡ ҡыҙы Мәзитова ҡыҙыҡлы һорауҙары менән уҡыусыларҙы һәр яҡлап һынаны. Уҡыусылар ҙа һынатманы. Башҡорт мәҙәниәтенә, халыҡ ижадына, ғөмүмән, телгә бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙар аша улар белем иленә сәйәхәт ҡылды. Һәм, ниһайәт, бөтә эштәрҙе теүәлләп, 13 декабрь "Атам теле, әсәм теле- минең телем" тигән йомғаҡлау сараһы уҙҙы, мәктәп кимәлендә уҙғарылған видеоконкурсҡа һы ғымта яһалды. Сараның бағыусыһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Юрматы ырыуының ҡор башлығы, эшҡыуар, меценат Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов уҡыусыларға ҡотлау ҡағыҙҙары менән татлы приздар ҙа таратты. Был конкурста коллектив видеолар араһында 3-сө урынды 7б, 4в кластары бүлеште, 2-се урынды 3г класы алды, 1-се урынды 6б алһа, ә 3б инде Гран-при яуланы. Ғаиләләр араһында "Ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлаусы" номинацияһын 1б класы уҡыусыһы Искакова Сафия әсәһе Дилбәр Рауил ҡыҙы менән яулаһа, "Изгелекле ғаилә" номинацияһын 3б класынан Ахунов Камил әсәһе Гүзәл Илдар ҡыҙы алды. "Иң татыу ғаилә" номинацияһына Заһитовтар ғаиләһе лайыҡ тип табылды. 4б класы "Иң рухлы класс" номинацияһын алһа, ә 4 а класы"Иң тырыш класс"номинацияһында еңеп сыҡты. Сарала шулай уҡ видеоконкурстың яңгыҙ башҡарыусылары олимпиада еңеүсел әре лә билдәләнде. Кисә бергәләп "Башҡорт телендә һөйләшәм"йырын башҡарыу менән тамамланды. Киләсәктә ошондай рухлы балаларыбыҙ барҙа, телебеҙ йәшәр, Башҡортостаныбыҙ сәскә атыр!
#башҡорттелекөнө2023
#башҡорттелендәһөйләшәм